Башҡортостан Башлығы Шыршыһында балаларға мауыҡтырғыс китап бүләк итергә әҙерләнәләр
Өфөлә Башҡортостан Башлығының Яңы йыл шыршыһында балалар өсөн бүләктәр араһында «Оһо, был бит Башҡортостанда!» китабы ла бар. Йыйынтыҡта Башҡортостанда зубрҙарҙың барлыҡҡа килеүенән алып генерал Шайморатов тураһында 67 мауыҡтырғыс хикәйәттәр менән танышырға мөмкин. Авторҙар бер нисә йыл буйына республика буйлап сәйәхәт итеп, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр туплаған.
Китапты республикала билдәле медиаменеджерҙар Олеся һәм Станислав Шаховтар яҙған. Станислав - «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире урынбаҫары. Иллюстрациялар яһалма интеллект ярҙамында эшләнгән.
Китап Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә донъя күргән. Тираждың яртыһы БР Мәғариф министрлығы аша балаларға бүләк итеп тапшырыла.