Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Арыҫлан Тимеровтың улы тыуған18.11.2026

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Арыҫлан Тимеровтың улы тыуған

Фото: артистың шәхси архивы | социаль селтәрҙәр

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы BABY TI ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға булған. Йырсы кәләшен һәм улын бала табыу йортонан ҡаршы алған. Ҡәҙерлеләре янына ул ҙур ҡыҙыл һәм аҡ розалар гөлләмәһе тотоп килгән.

«Һаумы, улым!» тип яҙған артист социаль селтәрҙә. Фанаттар артисҡа ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткергән.

«Башинформ» агентлығына артистың атаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров хәбәр итеүенсә, сабый сентябрҙә тыуған, әммә 40 көн үтмәйенсә был турала хәбәр итмәҫкә булғандар. Кисә Ҡазанда гастролдәре ваҡытында BABY TI үҙенең яңы статусы тураһында белдерҙе һәм ҡотлауҙар ҡабул итте.



Вернуться назад