Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауҙы ШОС саммитына тиклем тамамларға ҡушты17.11.2026

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауҙы ШОС саммитына тиклем тамамларға ҡушты

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Өфө ҡала советының сираттан тыш ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитына әҙерлекте Өфө хакимиәтенең яңы командаһының бурыстарының береһе булыуын билдәләне. 2028 йылға Салауат Юлаев һәйкәлен файҙаланыуға тапшырыу мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.  

«Саммитҡа тиклем Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауҙы тамамларға кәрәк», – тине Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаев һәйкәлен ҡойоу башланды. Яңыртылған һәйкәлдең деталдәрен 2027 йылдың майына тиклем ҡойорға планлаштырылар, һуңынан уны йыйырға һәм 2027 йылдың октябрендә Республика көнө алдынан ҡуйырға ниәтләйҙәр. Шулай уҡ һәйкәл тирәһендәге биләмәне төҙөкләндереү, фонтанды үҙгәртеү һәм монумент тирәләй күҙәтеү баҫҡысы ҡаралған.

Суйын монумент иһә Шишмә районындағы Евразия күсмә цивилизациялар музейына урынлаштырыласаҡ. 



Вернуться назад