Башҡортостандың Рус театрында яңы директор менән таныштырҙылар12.11.2026

Бөгөн Рус академия драма театры коллективын яңы художество етәксеһе менән таныштырҙылар. Был вазифаға Башҡортостандың халыҡ артисы, республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Александр Кузьменко тәғәйенләнде.

Фото: Булат Ғәйнетдинов | Рус театрының матбуғат хеҙмәте

БР хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев яңы етәксенең бик намыҫлы кеше, республикала оҙаҡ йылдар йәмәғәт һәм мәҙәниәт эше буйынса барыһына ла яҡшы таныш булыуын әйтте.

«Уның килеүе менән театрҙың үҫеш темптарын һаҡланыр һәм артыр, ә коллективты сағыу киләсәк көтә тип өмөтләнәбеҙ, — тип билдәләне Урал Килсенбаев. — Дәүләт академия рус драма театры – республикабыҙҙың ғорурлығы, бай тарихы һәм матур традициялары булған сәхнә. Александр Владимировичҡа һәм Рус драма театры коллективына илһам, яңы ижади еңеүҙәр һәм уңыштар теләйем!»

Александр Владимирович Кузьменко 1966 йылдың 7 апрелендә тыуған. 1-се Шишмә урта мәктәбен, Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Совет армияһында башта – хәрби карапта, һуңынан Тымыҡ океан флотының йыр һәм бейеү ансамблендә хеҙмәт иткән.

1989 йылдан алып «Башҡортостан» ДТРК-һы тапшырыуҙарын алып бара. Рус академия театрында, Милли йәштәр театрында уйнай. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.

2006 йылдан Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһын етәкләй. Ошо вазифала эшләгәндә, 2013 йылда Башҡортостан социаль технологиялар институтын «Юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлай.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проектының Йәмәғәт советы рәйесе.

 



Вернуться назад