Башҡортостан активистары Рәсәйҙең «Милләт ғорурлығы — 2026» премияһына лайыҡ булды12.11.2026

Лилиә Ғүмәрова Рәсәй башҡорттарының Федераль милли-мәҙәни автономияһы активистарын ҡотланы.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Рәсәй башҡорттарының Федераль милли-мәҙәни автономияһы активистары Ғәли Хәсәнов һәм Амур Хәбибуллин VII «Милләт ғорурлығы — 2026» Бөтә Рәсәй йәмәғәт премияһы еңеүселәре булды. Был хаҡта Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте.

Сенатор лауреаттарҙы ҡотланы һәм еңеүселәр хаҡында һөйләне.

Татарстан башҡорттарының төбәк милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе Ғәли Хәсәнов һәм Эльвира Ғабдушева «Иң яҡшы этнопрактикалар» номинацияһында еңеү яуланы. «Урал» башҡорт автономияһы һәм Түбәнге Кама химия-технология институты «Дуҫлаш! Хыяллан! Ижад ит!», «Традициялар. Патриотизм. Киләсәк» проекттары бойомға ашырылды, конференциялар, йәштәр фестивалдәре, форумдар һәм ижади осрашыуҙар үткәрелде. Рәсәй кимәлендә ойошторолған конкурстарҙа еңгән ошо проекттар Рәсәйҙең иң яҡшы тәжрибәләре йыйынтығына индерелде. 

Силәбе башҡорттарының милли-мәҙәни автономияһының сағыу вәкиле Амур Хәбибуллин «Медиала күп милләтле Рәсәй» номинацияһында лауреат булды. Уның проекттары кешеләрҙең яҙмыштары һәм йәнле традициялар аша күп милләтле Урал тураһында һөйләй. Уның етәкселегендә телевидение, радио һәм гәзитте берләштергән «Уралым» медиапроекты үҫешә.

 

 







Вернуться назад