Өфөлә Фидан Ғафаров иҫтәлегенә бағышланған «Актёр йыры — 2026» республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Конкурстың ойоштороусыһы булып Театр эшмәкәрҙәре союзы сығыш яһай, конкурс Бәҙәр Йосопова исемендәге актерҙар йортонда үтте.

БР Театр эшмәкәрҙәре союзының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Гран-приҙы Стәрлетамаҡ Рус драма театры актрисаһы Регина Рушатова яуланы. 1-се дәрәжә лауреаттары — Илнур Атйетәров һәм Алина Дәүләтшина, 2-се дәрәжә лауреаттары — Даниил Урбель, Зәлифә Шаһисолтанова, Илфат Ямалиев һәм Рафаэль Ғәйнуллин, 3-сө дәрәжә лауреаттары – Әлфиә Вәлиева һәм Гөлназ Кашапова.
«Юғары башҡарыу оҫталығы өсөн» махсус призына — Ольга Хәйруллина, «Дәрт һәм йәшлек өсөн» махсус призына — Айсулпан Әмирова, Влада Гудилина һәм Аҡйондоҙ Мортазина, «Өмөт» махсус призына Арыҫлан Хөсәйенов һәм Егор Коцюба лайыҡ булды. Жюри еңеүселәрҙе дипломдар һәм аҡсалата приздар менән бүләкләне. Еңеүселәрҙең береһе, РФ театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы «Ижади командировка» проектында ҡатнашасаҡ.
Конкурс талантлы башҡарыусыларҙы — республика театрҙары артистарын, шулай уҡ театр факультеттары, мәҙәниәт һәм сәнғәт уҡыу йорттары бүлексәләре студенттарын бер сәхнәгә йыйҙы. Актер йыры жанрында артист күңелен асып һала, хис-тойғолары менән бүлешә һәм яңы, ҡайһы берҙә көтөлмәгән яҡтан асыла. Ошо көҙгө кистә тамашасыларҙың яратҡан йырҙары яңғыраны. БР Театр эшмәкәрҙәре союзы китапханаһы ошо ваҡиға уңайынан Фидан Ғафаровтың тормошона һәм ижадына арналған махсус күргәҙмә әҙерләне. Экспозиция Актерҙар йортоноң фойеһында урынлаштырылды.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.