Йылайыр районының Мәҡсүт ауылында Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Быйыл Фәрит Хәйбулла улының тыуыуына 90 йыл.

Иҫтәлекле сараға артистың туғандары, дуҫтары, шудай уҡ коллегалары Гөлсөм Бикбулатова, Ильяс Таҡалов, Флера Шәрипова, Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов килде.
Башҡортостандың халыҡ артисы, популяр йырсы, Өфөнөң почетлы гражданы Фәрит Бикбулатов (1936-2016) БСТ телеканалында музыкаль шоу алып барҙы. Уның башҡарыуындағы «Етегән шишмә», «Аҡҡош күле», «Уҙып барған ғүмер», «Сәскәйҙәрең толом-толом», «Гармунлы йәшлек» һәм башҡа йырҙар күп тыңлаусыларҙың һөйөүен яуланы, даими рәүештә радиола һәм телевидениела яңғыраны. Өфөлә ерләнгән. Йырсыға баш ҡаланың Ғафури урамындағы 13-сө йорт стенаһына һәм ғүмеренең һуңғы йылдары үткән Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында таҡтаташ ҡуйылған. 2024 йылда Өфөнөң Калинин районы урамдарының береһенә Фәрит Бикбулатовтың исеме бирелде.