Башкорт музыканты Зәйнетдин Кремлдә сығыш яһаны

Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Зәйнетдинов Кремлдә «Рәсәй даны өсөн!» концертында сығыш яһаны. Ул күренекле опера йырсыһы, Рәсәйҙең халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов менән бергә башҡорт халыҡ йыры «Уралым»ды башҡарҙы.
Бер сәхнәлә Рәсәй эстрадаһы легендалары Лев Лещенко, Лариса Долина, Александр Маршал, Денис Майданов һәм башҡа билдәле артистар сығыш яһаны.
«Бындай кимәлдәге концертта ҡатнашыу минең өсөн ҙур шатлыҡ булды. Кисәгә Ватаныбыҙ батырҙары, офицерҙар, табиптар, ғалимдар, космонавтар, спортсылар йыйылды. Музыканың тотош халыҡты, кешенең милләтенә, һөнәренә ҡарамаҫтан, берләштереүен йәнә бер тапҡыр аңланым», — тип билдәләне Зәйнетдин.
Башҡортостан музыканты быға тиклем Бурановские бабушки» фольклор коллективы менән берлектә йыр сығарҙы.