Режиссёр Булат Йосоповтың Башҡортостан Республикаһында төшөрөлгән «Фәрзәнә көнбайышҡа бара» нәфис фильмы 3-7 ноябрҙә Истанбулда барған VI «Ҡорҡот Ата» халыҡ-ара төрки донъяһы кинофестиваленең төп конкурс программаһына инде.

Фестиваль Төркиәнең Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы булышлығында үткәрелә. Быйыл уның программаһында - төрлө илдәрҙән һәм төрки донъяһы төбәктәренән 56 фильм. Өс конкурс категорияһындағы наградалар өсөн 30 картина, шул иҫәптән 10 тулы метражлы уйын фильмы көрәшә.
«Фәрзәнә көнбайышҡа бара» тулы метражлы уйын киноһы категорияһында (Feature Film Competition) тәҡдим ителгән. Картина 4 ноябрҙә тарихи Atlas 1948 кинотеатрында күрһәтелгән, шулай уҡ 5 һәм 7 ноябрҙә AKM Yeşilçam кинотеатрында күрһәтергә тейештәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Булат Йосоповтың фильмы 1944 йылда Украинаға мал ҡыуып барған балалар тураһында һөйләй. Төп герой – 14 йәшлек Фәрзәнә, фронтта юғалған атаһын табырға өмөтләнеп, хәүефле юлға сыға. Картина башҡорт телендә «Башҡортостан» киностудияһы һәм «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы ҡатнашлығында төшөрөлгән.
«Миңә, Рәсәй режиссерына, Башҡортостанда төшөрөлгән фильмдың халыҡ-ара конкурс программаһына инеүе бик мөһим. Рәсәй – бай мәҙәниәтле күп милләтле ил, беҙҙең кино ошо төрлөлөктө сағылдыра», — тип билдәләне режиссёр Булат Йосопов.
Истанбулда халыҡ-ара конкурс фильмдың Рәсәйҙә төбәк прокатына сығыуы алдынан үткәрелә. 12 ноябрҙә Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Фәрзәнә көнбайышҡа бара» картинаһының премьераһы була. Шул уҡ көндө фильм республика кинотеатрҙарында күрһәтелә башлай.