Яҙыусылар йортонда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған Шиғриәт байрамында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизов башҡорт әҙәбиәтен популярлаштырыуға һәм танытыуға индергән өлөшө өсөн Рәми Ғарипов исемендәге миҙал менән бүләкләнде.

Тәүге тапҡыр был награда эстрада йырсыһына тапшырылды. Искәндәр Хәниф улы Белорет районының Зөйәк ауылынан, Өфө сәнғәт училищеһын һәм Өфө сәнғәт институтын тамамлаған.
— Бала саҡтан башҡорт әҙәбиәтенә — бөйөк Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим һәм башҡа шағирҙарҙың шиғриәтенә ғашиҡ булып үҫтем. 6-сы кластан Рәми Ғариповтың «Үтте лә китте йәшлегем» шиғырына ижад ителгән йырҙы башҡарам, уны яҡташым, халыҡ артисы Роза Аккучукованың юбилейында йырланым. Был йыр бөгөн дә минең репертуарымда бар. Шулай уҡ Рәми Ғариповтың шиғырына яҙылған «Бар ғүмер минең», «Туған тел» йырҙарын йырлайым, — ти Искәндәр Ғәзизов. — Был награда – минең өсөн ҙур ғорурлыҡ, шул уҡ ваҡытта ҙур яуаплылыҡ. Киләсәктә шағирҙар менән хеҙмәттәшлекте дауам итергә уйлайым. Яҙыусылар союзына индергән өлөшөмдө баһалағандары өсөн рәхмәтлемен.
Башҡортостанда Рәми Ғарипов миҙалы Яҙыусылар союзы идараһы ҡарары менән булдырылды. Положениеға ярашлы, миҙал «Башҡортостан әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» тигән формулировка менән тапшырыла. Награда яҙыусыларға ғына түгел, сәхнә оҫталарына, Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, милли әҙәбиәт үҫешенә ҙур өлөш индергән сит ил граждандарына ла бирелә.
Шиғриәт байрамында Башҡортостандың билдәле яҙыусылары һәм Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары бер сәхнәлә осрашты. Тамашасылар башҡорт, рус, татар һәм башҡа телдәрҙә шиғырҙар һәм йырҙар тыңланы, шулай уҡ сағыу бейеүҙәр ҡараны. Сараға килгән ҡунаҡтарға Башҡортостан Яҙыусылар союзынан китаптар бүләк иттеләр.
