«Салауат» өлгөлө бейеү академияһы XI «Дуҫлыҡ йондоҙлоғо» халыҡ-ара конкурсында Гран-приға лайыҡ булды. Конкурс Нальчикта (Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы) үтте.

Йәш таланттар был ҙур мәҙәни майҙансыҡта «Башҡортостан» дәүләт концерт залының һәм бөтә республикабыҙҙың данын юғары дәрәжәлә яҡланы, тип хәбәр итә БР Ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте.
Академия етәкселәре Маргарита Ғәндәлипова һәм Рөстәм Ғәндәлипов, шулай уҡ педагог Салауат Бакиров етәкселегендә йәш бейеүселәр яҡшы әҙерлек, юғары башҡарыу оҫталығы һәм сағыу милли колорит күрһәтте.
Төп маҡсаты милләт-ара бәйләнештәрҙе һәм халыҡтар дуҫлығын нығытыу булған конкурста төрлө төбәктәрҙән көслө ижади коллективтар йыйылғайны, әммә тап Өфө бейеүселәренең сығышы жюриҙың иң юғары, бер тауыштан бирелгән баһаһына лайыҡ булды.
Кавказда үткән сәфәрҙең көҙгө мәктәп каникулдарына тура килеүе лә үҙенә күрә символик мәғәнәгә эйә һәм ул балаларға сағыу һәм онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте. Көсөргәнешле конкурстан тыш, йәш артистарҙы бай мәҙәни программа көтә ине: поездағы оҙон юл атмосфераһы, Ҡабарҙы-Балҡар халҡының йолалары менән танышыу һәм мөһабәт Эльбрусҡа экскурсия. Был тәжрибә ансамбль ҡатнашыусыларын туплап ҡына ҡалманы, ә киләсәктәге сығыштар өсөн ҡеүәтле илһам сығанағы ла булды.