Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Хәсән Назар 85-се йәшендә донъя ҡуйған. Был хаҡта республиканың Яҙыусылар союзынан хәбәр иттеләр.

Хәсән Мөҙәрис улы Назаров 1942 йылда БАССР-ҙың Ейәнсура районы Таулыҡай ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң колхозда эшләй, армияла хеҙмәт итә, ә һуңынан үҙен журналистикаға бағышлай. Мәскәүҙә А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай.
Хәсән Назарҙың әүҙем ижади эшмәкәрлеге 1970 йылдарҙа башлана. 1971 йылда донъя күргән «Бөркөттәр төйәге» исемле тәүге шиғри йыйынтығы китап уҡыусыларҙың һәм әҙәби йәмәғәтселектең юғары баһаһын алды. «Шоңҡар сөйәм» һәм «Заман заңы» китаптарына ингән әҫәрҙәр тыуған ергә һөйөү һәм хәҙерге заман тураһында уйланыуҙар менән һуғарылған. «Асманға ашыу» шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығы өсөн автор Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Хәсән Назар шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнә. Рәми Ғарипов һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар лауреаты.
«Башинформ» мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлаша.
