Өфөнөң Матбуғат йортонда халыҡ шағиры Хәсән Назарҙы һуңғы юлға оҙатасаҡтар02.11.2026

Өфөнөң Матбуғат йортонда халыҡ шағиры Хәсән Назарҙы һуңғы юлға оҙатасаҡтар

Фото: БР Яҙыусылар союзы

3 ноябрь Өфөләге Матбуғат йортонда Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назарҙы һуңғы юлға оҙатасаҡтар. Матәм сараһы сәғәт 11-ҙә башлана, шағирҙы ҡаланың Көньяҡ зыяратында ерләйәсәктәр, тип хәбәр иттеләр республика Яҙыусылар союзында.

Хәсән Назаров кисә, 1 ноябрҙә, арабыҙҙан китеп барҙы. 2027 йылдың 15 ғинуарында шағирға 85 йәш тулған булыр ине.

Хәсән Назар — Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Ул әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева исемендәге премияларға лайыҡ була.



Вернуться назад