Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина «Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн» Рәсәй ордены менән бүләкләнде.

2026 йылдың 30 октябрендә Рәсәй президенты Владимир Путин «мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ғилми-педагогик эшмәкәрлектәге хеҙмәттәре, күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн» тигән указға ҡул ҡуйҙы.
Бынан алдараҡ күренекле педагог һәм профессор, Рәсәйҙең Һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Өфөнөң почетлы гражданы Миләүшә Мортазинаның 100 йәшен билдәләүе хаҡында хәбәр иткәйнек. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уны «башҡорт вокал мәктәбенең символы» тип атаны.
Уның уҡыусылары араһында – Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар, Радик Гәрәев, Салауат Асҡаров, Илфак Смаҡов, Сажиҙә Ғәлимова, Нажиә Аллаярова, Иҙрис Ғәзиев, Раил Кучуков, Хәмит Ишбулдин, Флүрә Ноғоманова, Вәхит Хызыров, Әлфиә Кәримова, Владимир Копытов, Әлим Ҡәйүмов, Дилара Иҙрисова һәм башҡалар.