Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә29.10.2026

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә

Фото: афиша | «Башинформ» өсөн

4 ноябрҙә республиканың муниципаль кинотеатрҙарында Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлгән «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә. Был сара Берҙәмлек көнөнә һәм Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге көнөнә бағышлана.

Башҡортостан Кинематографистар союзының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кинотеатрҙар исемлеге даими тулыланып тора.

«Фильм бик актуаль, ул ике төп герой — бала саҡтан дуҫтар Илнар һәм Сыңғыҙ күҙҙәре менән тыуған ергә һөйөү темаһын күтәреп сыға. Башҡорт киноһы тәүгә Башҡортостанда, Өфөлә һәм Бөрйән районында ғына түгел, башҡа илдәрҙә лә төшөрөлдө, — тип һөйләне фильмдың режиссеры Роман Пожидаев. — 2027 йылда киң прокатка сығабыҙ, әлегә республикабыҙ халҡына ошондай бүләк яһарға булдыҡ».

«Бер кереш уҡтары» фильмының жанры – драма, роуд-муви (18 +). Сюжет буйынса, 2022 йылдың сентябрендә алынған повестка ике бала саҡ дуҫын айыра. Илнар, Өфөнән режиссёр, илдән китә, актёр Сыңғыҙ МХО-ға юллана. Илнарҙың ҡатмарлы юлы Эстония, Ҡаҙағстан, Төркиә һәм Грузия илдәре аша үтә.

Фильм өҫтөндә халыҡ-ара команда эшләгән. Сценарий авторы —Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссер — Роман Пожидаев, ҡуйыусы операторҙар — Дмитрий Ботев (Мәскәү) һәм Александр Плотников (Ҡаҙағстан) һәм башҡалар. Төп ролдәрҙә Ярослав Кац, Ратмир Ғарифуллин (Ҡазан), Йәмилә Мөҙәрисова, Александр Мякушко (Мәскәү), Олжас Тогымбет, Гурам Бенделиани (Ҡаҙағстан), Әлфирә Заһиҙуллина, Александр Троицкий, Әхәт Хөсәйенов, шулай уҡ Өфөнән йәш актёрҙар Баязит Тайыпов һәм Әмир Миңлебаев уйнай.

Фильмды күрһәтеүҙе ойоштороусылар Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, «Импульс» сәнғәтте үҫтереү үҙәге һәм Башҡортостандың Кинематографистар союзы.



Вернуться назад