AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй

4 ноябрҙә AY YOLA төркөмөнөң «Наҙлылыҡ» йыры сығыуы көтөлә. Клипта Адель аҡ күлдәк кейеп, ҡурай моңо аҫтында сығыш яһай.
Төркөмдөң ағзаһы Руслан Шәйхетдинов (DJ Север) һүҙҙәренсә, был композиция – билдәле совет һәм Рәсәй йырын яңыртып башҡарыу. Шуныһы ҡыҙыҡ, ошо идеяны төркөмгә «Наҙлылыҡ» композицияһының 60 йыллығы уңайынан «Роскосмос» тәҡдим иткән. Яңы версияла музыканттар милли уйын ҡоралдарын ҡулланырға ниәтләй.
4 ноябрҙә AY YOLA йырҙың премьераһы менән Түбәнге Новгородта сығыш яһай.