Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған.

Иҫке Балтас ауылында башҡорт килендәре араһында «Йәш килен» республика этноконкурсы финалы башланды. Сарала Асҡын, Балтас, Кушнаренко, Краснокама, Мәсетле райондарынан һәм Өфө ҡалаһынан финалсылар ҡатнаша.
Балетмейстер, Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең элекке солисы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмилә Бикбаеванан халыҡ бейеүе буйынса оҫталыҡ дәресе көндөң төп ваҡиғаһы булды.
Ҡатнашыусылар «Килен бирнәһе» күргәҙмәһен ойошторҙо һәм баландан милли ризыҡтар әҙерләне. Алда ҡыҙҙарҙы ижади сығыштар, шәжәрәләрен яҡлау һәм финал көтә.
