Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында Әрмәнстан, Абхазия, Башҡортостан, Татарстан, Ханты-Манси автономиялы округы һәм Пермь крайы театрҙары йыйылды.

23 октябрҙә был мәртәбәле фестивалдә Башҡортостан Республикаһы исеменән Салауат дәүләт башҡорт драма театры «Йәшәгән, ти...» спектакле менән сығыш яһай, тип хәбәр итте «Башинформ»ға театрҙың матбуғат секретары Динә Бәширова.
Спектакль осетин драматургы Георгий Хугаев пьесаһы буйынса сәхнәгә ҡуйылды. Режиссер Лиана Ниғмәтуллина тормош, хәтер һәм кешелек ҡиммәттәре тураһында төрлө йәштәге тамашасыларға аңлайышлы әҫәр тәҡдим итте.
Жюри составына Рәсәйҙең алдынғы театр тәнҡитселәре һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре инде, улар араһында – М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш рәссамы, «Алтын битлек» милли премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Альберт Нестеров.
— Салауат театры — «Хәбәр» фестивалендә тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмай. Коллектив Кудымкарға өсөнсө тапҡыр килде, — тип белдерҙеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә. — Төрлө йылдарҙа театр режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевтың «Бер, ике, өс...» һәм «Ярлыҡау» спектаклдәрен алып килде, улар жюриҙың лайыҡлы баһаһын алды: Лиана Ниғмәтуллина — иң яҡшы ир-егет роле өсөн, ә Башҡортостандың халыҡ артисы Яҡуп Шәрипов Бурёнкин роле өсөн махсус приз менән бүләкләнде.
Кудымкарҙан һуң, 27 октябрҙә, Салауат театры Өфөлә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында «Йәшәгән, ти…» спектаклен күрһәтә.