Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн, 21 октябрҙә, республикала Башҡортостандың милли бейеү көнө билдәләнә. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров ошо сағыу байрамдың әһәмиәтен билдәләне һәм халыҡҡа ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
«Бөгөн беҙ йәш, әммә иң сағыу һәм матур байрамды — Башҡортостандың милли бейеү көнөн билдәләйбеҙ. Был дата осраҡлы һайланмаған. 21 октябрҙә беҙҙең легендар хореограф, республиканың дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойоштороусы Фәйзи Ғәскәров тыуған. Ул бейеүҙе халыҡтың йәне тип атаған. Бөгөн уның аҡыллы формулаһы сәнғәттең ошо төрөнә мөнәсәбәтебеҙҙе сағылдыра», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Төрлө халыҡтарҙың дуҫлығы, телгә, мәҙәниәткә, ғөрөф-ғәҙәттәргә һәм традицияларға ихтирам күп милләтле Башҡортостандың һәм илдең төп көсө булып тора, тип билдәләне республика башлығы. Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгө байрам — бер-береңде тағы ла яҡшыраҡ аңларға өйрәнеү өсөн яҡшы мөмкинлек.
«Барығыҙҙы ла ҡотлайым!» – тип тамамланы һүҙен Радий Хәбиров.