Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә20.10.2026

Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә.

Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

27 ноябрҙә Өфөлә махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе Республика театр конкурсы ойошторола. Был сара махсус хәрби операция темаһы өҫтөндә эшләгән һәүәҫкәр театр, студенттар, ижади коллективтарҙы берләштерә.

Конкурстың төп маҡсаты – көнүҙәк темаларға мөрәжәғәт иткән коллективтарға ярҙам итеү, шулай уҡ театр сәнғәте традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү. Конкурсҡа МХО-ға бағышланған төрлө жанрҙағы постановкалар ҡабул ителә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн 2026 йылдың 16 ноябренә тиклем teatr_rcnt@mail.ru электрон адресына ғариза ебәрергә кәрәк.

Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.



Вернуться назад