Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды19.10.2026

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды

Фото: видеонан стоп кадр | «Батырҙар ташы» фильмына трейлер

Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһының «Батырҙар ташы» фильмы Майкопта VI «Алтын Саусруко» халыҡ-ара кинофестивалендә «Иң яҡшы режиссер эше» номинацияһында наградаға лайыҡ булды. Был хаҡта республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Еңеүсе картинаның режиссеры – Роман Пожидаев. Мистик комедияла 28 йәшлек төп герой Руслан кешеләрҙән, мөхәббәттән, һөнәренән күңеле ҡайтҡан, бурысҡа батҡан һәм илдән китергә йыйына. Әммә аэропортта уны Диана туҡтата. Бай спонсор йәштәргә серле артефакт — уҡ башын табырға ҡуша. Әммә уларҙың юлында Кинйә батыр осрай.

Картина республика тамашасыларына яҡшы таныш. 2025 йылдың ноябрендә һәм 2026 йылдың сентябрендә ике прокатта уны 13 меңдән ашыу кеше ҡараған. Фильм Өфөлә һәм Белорет районында төшөрөлгән.



Вернуться назад