Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды

Йәдкәр Әхәт улы Бәшировҡа 84 йәш ине. Ул — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты, башҡорт яҙыусыһы, тарихсы, социология фәндәре докторы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, фәнни-популяр хеҙмәттәр авторы.
Йәдкәр Әхәт улы 1942 йылдың 11 июнендә Көйөргәҙе районы Аллабирҙе ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын МТС-та механизатор булып башлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндән һуң, 1970 йылда Силәбе политехник институтын тамамлай, Бәләбәйҙәәге «Автонормаль» заводында эшләй. 1976 йылдан алып Яр Саллы ҡалаһында йәшәй. Оҙаҡ йылдар Татарстандың эре предприятиеларында етәксе вазифалар башҡара.
«Башинформ» агентлығы Йәдкәр Әхәт улының тормош иптәше, шағирә Фирҙәүес Бәшированың, ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Мәрхүмде иртәгә 12 сәғәттә Көйөргәҙе районының Мораптал ауылында һуңғы юлға оҙаталар.
Арҙаҡлы яҡташыбыҙ Йәдкәр Бәширов хаҡында тулыраҡ «Күңелем — Башҡортостанда» мәҡәләһендә уҡығыҙ.