«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны14.10.2026

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны

Фото: Вильма Альберти / «Башинформ»ға тапшырылды

Словенияла фигуралы шыуыу буйынса юниорҙар араһында үткән халыҡ-ара Гран-приның 7-се этабында «ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры яңғыраған. Боҙға башҡорт йыры аҫтында Кипрҙан Оливия Базлова исемле фигуристка сыҡҡан. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына уның тренеры Ирина Моисеева хәбәр итте.

Был ғына түгел, Оливия үҙенең ҡыҫҡа программалағы сығышын башҡорт милли орнаменттары менән тегелгән костюм, биҙәүестәр менән байытҡан. «ӘЙ ЙОЛА»-ның музыкаһы мине яңы программа булдырырға илһамландырҙы, тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша йәш спортсы.

«Беҙ Таллинға күнекмәләргә китеп барғанда, Оливия радионан „Һомай“ йырын тыңланы һәм бик оҡшатты. Беҙ уны шунда уҡ композицияны боҙҙа һынап ҡарарға булдыҡ һәм хореграфыбыҙ Елена Мухинаға тәҡдим иттек. Ул бер көндә үк шәп программа ижад итте, — тип билдәләне Моисеева. — Халыҡ-ара юниорҙар Гран-приһының ике этабында Оливия 40 фигуристка араһынан 7-се һәм 8-се урындарҙы яуланы. Бындай йәштә иң яҡшы ун спортсы иҫәбенә инеү бик шәп».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «ӘЙ ЙОЛА» халыҡ-ара кимәлдә танылыу яуланы: уларҙың йырҙары 30 илдең Топ-10 чартына инде, ә Shazam сервисында Леди Гага, Бруно Марс кеүек донъя йондоҙҙарын уҙып китте. «Һомай»ҙы төрлө илдәрҙә һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә төрлө телдә башҡарҙылар. 



Вернуться назад