Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде07.10.2026

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде

Фото: архив / «Башинформ»

Башҡортостанда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары билдәләнде. Ҡарар Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы комиссия тарафынан ҡабул ителде. Указға республика етәксеһе Радий Хәбироа ҡул ҡуйған.

Наградаға лайыҡ булыусылар:

1. Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Рим Мәхмүт улы Хәсәнов, милли йыр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн;

2. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһының баш режиссеры Рөстәм Милләт улы Хәкимов һәм «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин, «Бер ғүмер етмәй» спектакле өсөн;

3. Башҡортостан дәүләт концерт залы режиссеры Фәхертдинов Илшат Мәғәфүр улы, халыҡ-ара, ил, ил кимәлендәге ҙур сараларҙы тормошҡа ашырыуға тос өлөш индергәне өсөн;

4. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультеты профессорҙары Владимир Геннадьевич Лобанов һәм Рөстәм Аяз улы Хәсәнов, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Фирдант Сәлимйән улы Нуриәхмәтов, Өфө сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Илгиз Фазылйән улы Фәйзуллин, «41-ҙең ҡатын-ҡыҙҙары» һәйкәлен булдырған өсөн.

Бүләкләү тантанаһы 11 октябрҙә, Республика көнөндә үтә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-10-07/v-bashkirii-prisudili-gospremii-imeni-salavata-yulaeva-4668950



Вернуться назад