Үткән аҙнала республиканың мәҙәни тормошонда яңы ғаилә барлыҡҡа килде. AY YOLA төркөмө солисткаһы Адель Шәйхетдинова 32 йәшлек эшҡыуар һәм спортсы Алексей Хәйеров менән сәстәрен сәскә бәйләне.
Йәштәр ЗАГС-та яҙылышҡандан һуң ял итергә осҡан. Имеш-мимештәр буйынса, туйҙы киләһе йылда ғына үткәрергә йыйыналар.
Төркөмдөң күп кенә көйәрмәндәрен матур һәм талантлы ҡыҙҙың һөйгән йәре кем икәнлеге ҡыҙыҡһындыра. Асыҡланыуынса, Алексей Хәйеров та – билдәле һәм күп яҡлы шәхес. Йәш эшҡыуар, спортсы, сәйәхәтсе, блогер, гедонист. Уның социаль селтәрҙәге сәхифәһендә төп өҫтөнлөктәр – «Ғаилә, спорт һәм бизнес». Алексейҙың яратҡан фразаһы: «Һиңә күңелһеҙ түгел — һин күңелһеҙ».
Алексей 1994 йылдың 11 апрелендә Өфөлә тыуған. Уның ата-әсәһенең тормошо мәҙәниәт һәм сәнғәт менән бәйле түгел. Әсәһе профессиональ рәүештә спорт менән мауыға, йыш ҡына улы менән бергә «ғаилә командалары сараларында» ҡатнаша. Алексей Хәйеров Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған, унда технология факультетының спорт сараларын ойоштороусы булған һәм Нефть-газ бизнесы институтының магистратураһында уҡып сыҡҡан. «Башнефть» компанияһында эшләгән, «Роснефть» компанияһының ҡышҡы һәм йәйге спартакиадаһында сығыш яһаған, «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» һәм «Беҙ йондоҙҙар ҡабыҙабыҙ» конкурстарында ҡатнашҡан. Шулай уҡ ул спорт сараларын алып барған.
Яҙмаларына ҡарағанда, Алексейҙың Краснодар крайында туризм һәм спорт менән бәйле бизнесы бар. Эшенә ситтән тороп идара итеү төрлө илдәргә сәйәхәт ҡылырға һәм экстремаль спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирә. Хәйеровтың сәхифәһендә төрлө илдәрҙән фотолар күп, шулай уҡ Башҡортостанда, Яҡтыкүл тау саңғыһы трассаһында төшкән фото ла бар.
Адель социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, ул Алексей менән ресторанда танышҡан, егет үҙе килеп һүҙ ҡушҡан. Һөйгәне өсөн Алексей ҡыҙ төркөм менән сығыш яһаған ҡалаларға килгән, ә һуңынан тыуған ҡалаһына ҡайтҡан.
Адель менән Алексей яҙылышҡандан һуң социаль селтәрҙә үҙҙәренең фотолары һәм мөхәббәт тарихы менән уртаҡлашҡан. Фанаттар уларҙың бер-береһенә шул тиклем пар килгән һәм оҡшаған булыуын билдәләй.
Әлбиттә, йәш ғаиләне тәүгеләрҙән булып AY YOLA төркөмө буйынса коллегалары – солистканың атаһы Руслан Шәйхетдинов һәм солист Ринат Рамаҙанов ҡотлаған.
— Афарин, ҡотлайым, йәштәргә бәхет теләйем, уларҙың барыһы ла алда әле! — ти Ринат Рамаҙанов.
Беҙ ҙә ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ! Яңы матур йырҙар көтөп ҡалабыҙ.