Белорет районында Рәсәйҙең билдәле актерҙары ҡатнашлығында фильм төшөрәләр01.10.2026

Белорет районында Рәсәйҙең билдәле актерҙары ҡатнашлығында фильм төшөрәләр

Фото: Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов | социаль селтәрҙәр

Белорет районы йәнә кино төшөрөү майҙансығына әүерелде. Бында «Гкс-Медиа» федераль кинокомпанияһы өсөн «Любовь за поворотом» фильмын төшөрәләр, тип хәбәр итте район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Сценарий буйынса, Влад исемле егет күк тураһында хыяллана һәм Алисаны уйланылмаған аҙым яһауҙан ҡотҡарып ҡала. Шулай танышып китәләр. Бергәләп Урал тауҙарынан Владивостокка тиклем барып етәләр һәм бер-береһенән башҡа йәшәй алмауҙарын аңлайҙар. Жанры буйынса был мелодрама.

Фильмдың режиссёры – Григорий Сухов, операторы – Анатолий Симченко. Төп ролдәрҙә: Глеб Калюжный, Элина Гухман, Сергей Безруков, Николай Добронравов, Александр Яценко һәм башҡалар. Продюсерҙар – Филипп Юсов һәм Тимур Абдуллин.

 

 




Вернуться назад