Ҡаҙағстанда «Каспий — дуҫлыҡ диңгеҙе» халыҡ-ара эстрада йыры фестиваль-конкурсы уҙҙы. Ижади бәйгелә Рәсәй, Ҡаҙағстан, Азербайжан, Төркмәнстан һәм Иран артистары ҡатнашты.

Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы исеменән фестивалдә «Хазина» этно-төркөмө солисы Сабина Кучаева сығыш яһаны. Йәш артист өсөнсө премияға лайыҡ булды.
Жюриҙа Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт опера һәм балет театры солисы Әлфиә Кәримова эшләне.
— Мин тәүге тапҡыр ошо фестиваль-конкурс жюрийында эшләнем. Ойоштороусылар булып Аҡтау ҡалаһы хакимиәте һәм Абай исемендәге мәҙәниәт һарайы сығыш яһай. Конкурсанттарҙың кимәле бик юғары, ҡатнашыусылар үҙҙәренең оҫталығынан тыш, еңеүгә ынтылышын да күрһәтте, дөрөҫөн әйткәндә, жюри өсөн иң яҡшыларҙы һайлап алыу еңелдән булманы, — тип һөйләне Әлфиә Кәримова. — Беҙҙең йырсы Сабина Кучаева ике йыр башҡарып, сағыу сығыш яһаны. Өсөнсө премия һәм халыҡ-ара конкурс лауреаты исемен алды. Республикабыҙҙа талантлы һәм ҡыйыу йәштәрҙең булыуы бик ҡыуаныслы!
