Өфөлә Актерҙар йортон асыу ваҡыты билдәле булды28.09.2026

«Планлаштырығыҙ: 2028 йылдың уртаһына Актерҙар йорто театры әҙер булырға тейеш», – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

– Уҙған аҙнала беҙ театр һәм кино легендаһы, илдең Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Владимир Львович Машков менән осраштыҡ. Театр сәнғәтен үҫтереү тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. Республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Алмас Хәҙис улы Әмиров беҙҙең менән ине, — тип һөйләне Радий Хәбиров. — Актерҙар йорто театрын ремонтлау хаҡында һүҙ барҙы. 

Шул уҡ көндө Мәскәүҙә Өфөлә ШОС саммитын үткәреү буйынса кәңәшмә булды, тип билдәләне республика етәксеһе. Өфөлә яңыртылған Актерҙар йортон ошо ваҡиға уңайынан асыу планлаштырыла.



Вернуться назад