Өфөлә Ҡурай көнөнә арналған конференция ойошторола24.09.2026

Өфөлә Ҡурай көнөнә арналған конференция ойошторола

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

7 октябрҙә «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә Башҡортостан Республикаһында Ҡурай көнөнә һәм күренекле ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция була.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡурай көнө – республика етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме менән 10 октябрҙә булдырылған байрам. Башҡортостанда тәүге тапҡыр 2025 йылда билдәләнде.

Программа сиктәрендә пленар сессия, Хәйбулла районынан Йомабай Иҫәнбаев исемендәге музейҙың күргәҙмәһе, тематик күргәҙмәләр, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.

Сарала БР Ҡурайсылар союзы рәтен тулыландырыу планлаштырыла – традицияларҙы һаҡлаусылар үҙҙәренең беренсе танытмаларын аласаҡ. 

Ойоштороусылар: БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм БР Ҡурайсылар союзы.

Сара «Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла.



Вернуться назад