Республикала тележурналист Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры ойошторола24.09.2026

Республикала тележурналист Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры ойошторола

Фото: афиша | БР Журналистар союзы

Башҡортостандың Журналистар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, 26 сентябрҙә уның тыуған яғында – Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында волейбол турниры үткәрелә.

Ярышта республиканың киң мәғлүмәт сараларының журналистар командалары ҡатнаша.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, талантлы журналист һәм «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары, республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Уйылдан Ғәлин 2024 йылдың сентябрендә 45 йәшендә генә арабыҙҙан китте. Ул үҙе хаҡында яҡты иҫтәлек ҡалдырҙы, башҡорт журналистикаһы үҫешенә тос өлөш индерҙе.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфөлә журналист Ришат Миндияровтың ҡәберенә таҡтаташ ҡуйылды.

 




Вернуться назад