Өфөгә «Бисура» фильмы командаһы килде22.09.2026

Өфөгә «Бисура» фильмы командаһы килде

Фото: Светлана Верещагина | МАХ

Бөгөн, 22 сентябрҙә, Өфөлә башҡорт мифологияһы мотивтары буйынса беренсе тулы метражлы фильм — «Бисура» мистик триллерын төшөрөүселәр менән ижади осрашыу була. Картинаның режиссеры – Ишембайҙа тыуып үҫкән Саша Бодрая.

Фильм республиканың күренекле урындарында төшөрөлгән, кадрҙа ысын йолалар күрһәтелгән. Картина өсөн көйҙө AY YOLA этнотөркөмө ижад иткән.

Бөгөн киске сәғәт 7-лә  Йәшлек x Union coffee rec киңлегендә (Пушкин урамы, 86) ижади төркөм менән осрашыу була.

Картинаның премьераһы киләһе йылдың мартына планлаштырылған.




Вернуться назад