AY YOLA төркөмө артистары Көньяҡ Африка Республикаһынан донъя йондоҙо менән дуэт йырланы17.09.2026

AY YOLA төркөмө артистары Көньяҡ Африка Республикаһынан донъя йондоҙо менән дуэт йырланы

Фото: видеонан скриншот | AY YOLA төркөмө

Башҡортостандың AY YOLA төркөмө артистары Көньяҡ Африка Республикаһынан донъя йондоҙо LIZWI менән дуэт йырланы. Был хаҡта музыканттар социаль селтәрҙә хәбәр итте.

Өфө музыканттары Көньяҡ Африка йырсыһы менән Екатеринбургта йәштәр фестивалендә осрашты. Сәхнә артында артистар башҡорт этномузыкаһын зулу халҡы моңдары менән берләштерергә тырышты. Ринат Рамаҙанов менән Адель Шәйхетдинова яңы «Аманат» композицияһын башҡарҙы, ә LIZWI үҙенең Amathole тигән хитын йырлап күрһәтте.

«Музыканттар грим бүлмәһендә осрашһа, нимә эшләй? Екатеринбургта электрон музыка менән зулу халҡының традицион моңдарын берләштергән Көньяҡ Африка йырсыһы LIZWI менән таныштыҡ», — тип һөйләне AY YOLA артистары.



Вернуться назад