МХО темаһына арналған башҡорт фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә ҡатнашты16.09.2026

Ярославль өлкәһендә Рәсәйҙең иң ҙур халыҡ-ара йәштәр кинофестивалдәренең береһе – XVI «Донъяға яҡтылыҡ» халыҡ-ара йәштәр кинофестиваленең финалы бара. Фестиваль 16 йыл инде режиссёрҙарҙы, педагогтарҙы, мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен һәм меңәрләгән тамашасыны берләштерә.

Фото: Руслан Юлтаев | Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы

Һайлап алынған картиналар араһында – «Бетеү» тигән башҡорт фильмы. Картинаны режиссёр Руслан Юлтаев тәҡдим итә.

— Фильмдың бар донъянан дүрт меңгә яҡын ғаризанан һайлап алынған 80 фильм иҫәбенә инеүе айырыуса ҡыуаныслы, — ти Руслан Юлтаев. — Беҙҙең картинаның тарихы сит ил ҡатнашыусыларының да иғтибарын йәлеп итте. Улар беҙҙең янға килеп, хис-тойғолары менән бүлеште. Күптәр бында үҙҙәренең тарихын күрҙе. Беҙҙең фильмды программаға өс тапҡыр ҡуйыуҙары ла күп нәмә тураһында һөйләй.

2026 йылда конкурсҡа донъяның 120 иленән 4000-гә яҡын ғариза килгән. Финал программаһында ҡатнашыу өсөн 20 илдән 80 иң яҡшы фильм һайлап алынған. Иң күп ғаризалар – Ирандан, Рәсәйҙән, Һиндостандан, Испаниянан һәм Бразилиянан. Конкурс программаһына Ҡытай, Пакистан, Франция, Иран, Әрмәнстан, Филиппин, Белоруссия, Үзбәкстан, Испания, Индонезия, Португалия, Мексика, Төркиә, Чили, Ҡырғыҙстан, Колумбия, Ангола, Латвия, Италия авторҙарының фильмдары, шулай уҡ Рәсәй менән Сүриәнең уртаҡ эше ингән.

«Донъяға яҡтылыҡ» — тәгәрмәсле кинофестиваль. Был уның төп үҙенсәлектәренең береһе булып тора. Фестиваль режиссёрҙар, продюсерҙар, жюри ағзалары һәм ойоштороусылар менән бергә көн һайын ҡаланан ҡалаға күсә. Быйыл фестиваль Ярославль, Рыбинск, Углич, Тутаев һәм Мышкин ҡалаларында уҙа.  

Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфөлә МХО геройҙары тураһында фильмдарҙың исем туйы уҙҙы. «Бетеү» – 2022 йылдың йәйендә булған хәл-ваҡиғалар тураһында фильм (12+). Сюжет буйынса героиня берҙән-бер ейәнен МХО-ға хеҙмәт итергә ебәрергә теләмәй. Уны был ҡарарынан һүрелдереү уйы менән нәҫелдән күсеп килгән бетеүен алып ҡала. Егеттең хәүефтә икәнлеген белеп, яҡындары бәләләрҙән һаҡлар бетеүҙе гуманитар ярҙам йыйыусылар аша ебәрергә уйлай, тик бөтәһе лә улар уйлағанса еңел генә килеп сыҡмай. Ишембай районы Маҡар ауылының гүзәл урындарында төшөрөлгән фильмда ролдәрҙе Башҡорт драма театры һәм Салауат драма театры актерҙары башҡара.  







Вернуться назад