Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат08.09.2026

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат

Фото: матбуғат хеҙмәте | Республика халыҡ ижады үҙәге

6 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Учалы районы Юлдаш ауылы мәҙәниәт йортоноң өлгөлө һәм халыҡ театры етәксеһе Нәғим Ғәйнулла улы Аллаяров арабыҙҙан китте.

Үҙенең эшмәкәрлеге йылдарында Нәғим Аллаяров Учалы районының театр хәрәкәтен үҫтереүгә һәм мәҙәни традицияларын һаҡлауға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе, тип хәбәр итә Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.

Нәғим Ғәйнулла улы үҙ эшенең оҫтаһы ине, уның спектаклдәрен тамашасылар һәр ваҡыт яратып ҡараны. Уның таланты районда үткәрелгән һәр сараның биҙәге булды.

Башинформ  мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.



Вернуться назад