Республика Башлығы Указы менән булдырылған байрам йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә.

Күп милләтле төбәк халҡы өсөн милли костюм — кейем генә түгел, ә тере тарих. Башҡортостанда 100-ҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй, уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле тегеү, сигеү һәм орнамент традицияларын һаҡлай.
Байрам милләт-ара татыулыҡты нығытыуға, ата-бабаларҙың мәҙәни кодын һаҡлауға һәм йәш быуында традицияларға һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.
Был көндө тотош республикала этномәҙәни саралар уҙғарыла.
Өфөлә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда VI «ХХІ быуат славяндары» славян мәҙәниәте фестивале үткәрелә.
«Ватан» этнопаркы майҙансығында БР Хореография сәнғәте эшмәкәрҙәре союзы «Берҙәмлек бейеүе» флешмобын ойоштора.