AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты

Башҡортостандың AY YOLA төркөмө «Amanat» исемле яңы композицияһын тәҡдим итте. Тректың премьераһы бөгөн, 11 сентябрҙә, булды.
Яңы йыр «Amanat» тип атала. Унда донъя халыҡтарының һигеҙ эпосы исемдәре яңғырай: Урал батыр, Манас, Олонхо, Гильгамеш, Махабхарата, Короглу, Джангар һәм Алпамыс.
Тректы барлыҡ һанлы майҙансыҡтарҙа тыңларға мөмкин.