Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды20.07.2026

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау буйынса эштәрҙе башҡарыу өсөн Проект документацияһына Дәүләт тарихи-мәҙәни экспертиза акты Башҡортостан Республикаһының рәсми порталында йәмәғәтселеккә фекер алышыуға сығарылды.

Экспертиза заказсыһы – Художество академияһы фонды. Тәҡдимдәр биреү ваҡыты – 2026 йылдың 17 июленән 2026 йылдың 27 июленә тиклем.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәйкәл федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора. Ул Өфөнөң Салауат Юлаев исемендәге скверында урынлашҡан, хәҙерге адресы: Зәки Вәлиди урамы, 2б (элек Чишменская урамы).

Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев һәйкәле Ленинградта «Монументскульптура» заводында ҡойолған. Авторы – скульптор Сосланбәк Тавасиев. Ул Өфөнөң иң ҡалҡыу урынында  (баш ҡаланың хәҙерге Киров районында) – Ағиҙел ярына ҡуйылған. Өфөнөң йөҙөк ҡашына әүерелгән монумент Рәсәйҙә иң ҙур атлы һәйкәл булып тора. Бейеклеге – 19,6 метр, ауырлығы – 40 тонна.

 Бынан алдараҡ Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәленә арналған китап баҫылып сығыуы тураһында яҙғайныҡ. 



Вернуться назад