«AY YOLA «Урал батыр» эпосы эҙҙәре буйлап» фильмы фестивалдә иң яҡшыһы тип танылды16.07.2026

Һүҙ Һамарҙа «Асыштар ере» геобрендтар фестивале хаҡында бара.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

«AY YOLA «Урал батыр» эпосы эҙҙәре буйлап» фильмы «Асыштар ере» геобренды фестивалендә «Тарихи мираҫ, милли ғөрөф-ғәҙәттәр» номинацияһында беренсе урынды яуланы. Был номинацияла Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 26 эш тәҡдим ителгәйне, тиелә AY YOLA төркөмөнөң «Бәйләнештә»ге берләшмәһендә.

Сергей Баклыков менән берлектә төшөрөлгән картина «ПОСМОТРИ, КАКАЯ СТРАНА!» федераль платформаһына урынлаштырыласаҡ һәм Рәсәй төбәктәренең мәҙәни мираҫы тарихының бер өлөшө буласаҡ.

«Бер юлы ике ҙур еңеү: «AY YOLA «Урал батыр» эпосы эҙҙәре буйлап» фильмы иң яҡшыһы тип танылды, ә Башҡортостан «Асыштар ере» фестиваленең 10 геобренды иҫәбенә инде! Беҙҙең өсөн был награда – тәү сиратта «Урал батыр» эпосы тарихының Башҡортостандан ситтә лә йәшәүен һәм кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеүен таныу ул», — ти һөйләне AY YOLA музыканттары.

Фильмды AY YOLA төркөмөнөң «Бәйләнештә»ге берләшмәһендә ҡарарға мөмкин.



Вернуться назад