Республикала Шәһит Хоҙайбирҙин премияһына документтар ҡабул ителә15.07.2026

Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика хөкүмәте премияһына дәғүә итеүгә документтар ҡабул ителә башланы. Был хаҡта республиканың Журналистар союзынан хәбәр иттеләр.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Конкурста ҡатнашыуға журналистар һәм авторҙар коллективы саҡырыла. 2025 йылдың сентябренән 2026 йылдың авгусына тиклем донъя күргән эштәр баһалана.

Эштәрҙә замандаштар образдары, милли мәҙәниәттәрҙең байлығы һәм халыҡтар дуҫлығы, йәмғиәттә граждандар тыныслығы һәм татыулыҡ, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре яҡтыртылырға тейеш.

Ғаризаны 1 сентябргә тиклем ике адрес буйынса тапшырырға мөмкин: 450000, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, 420-се кабинет. Телефон: (347) 218-07-73; (347) 218-16-88; 450079, Өфө, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, БР Журналистар союзы, 111-се офис (Матбуғат йорто бинаһының беренсе ҡатында). Телефон (факс): (347) 276-42-66.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ»дан Алик Шакиров, Азат Ғиззәтуллин, Ләйлә Аралбаева, Роман Якимчук Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты булғайны. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Башлығы ҡарары менән Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия  100 меңдән 500 мең һумға тиклем арттырылды.



 



Вернуться назад