Өфөлә Башҡортостан шағирҙары һәм яҙыусыларының МХО темаһына әҫәрҙәр йыйынтығы донъя күрҙе14.07.2026

Өфөлә Башҡортостан шағирҙары һәм яҙыусыларының МХО темаһына әҫәрҙәр йыйынтығы донъя күрҙе

Фото: китаптың тышлығы | З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә махсус хәрби операция темаһына арналған «Яралы тынлыҡ» йыйынтығы баҫылып сыҡты.

Китапта Башҡортостан журналистары һәм яҙыусылары Лариса Абдуллина, Мөнир Ҡунафин, Морат Рафиҡов, Гөлназ Ҡотоева, Миләүшә Ҡаһарманова һәм Гөлсирә Ғиззәтуллина-Ғайсарованың әҫәрҙәре тупланған.

Морат Рафиҡовтың хикәйәһен «Башинформ»дың әҙәби мөхәррире Алик Шакиров тәржемә иткән.

«Башҡортостан журналистары һәм яҙыусылары махсус хәрби операция йылъяҙмаһын яҙа. Унда ошо һуғыш геройҙарының ҡаһарманлығы ғына түгел, ә ауыр фронт көнкүреше, уларҙың туғандарының һәм яҡындарының тылдағы уй-кисерештәре лә сағылыш тапҡан. Башҡортостан МХО-ла еңеү өсөн байтаҡ эштәр башҡара. Уның яугирҙәре рәхмәтле ватандаштарыбыҙ хәтерендә ҡалырға лайыҡлы», — тип хәбәр иттеләр нәшриәттән.

Бынан алдараҡ Өфөлә тәүге тапҡыр 112-се Башҡорт атлы дивизияһының бөтә фотоһүрәттәре менән китап сығарыуҙары тураһында яҙғайныҡ.

 



Вернуться назад