Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Берҙәм фольклор көнө» акцияһында ҡатнашырға саҡыралар14.07.2026

17 июлдә В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто башланғысы менән алтынсы тапҡыр «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы ойошторола. Быйыл ул Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Акция Рәсәй халыҡтарының күп милләтле традицияларын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға, шулай уҡ илебеҙҙең матди булмаған этномәҙәни байлығын һаҡлаусыларҙың эшмәкәрлегенә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Ошо көндәрҙә илдә матди булмаған этномәҙәни байлыҡ объекттарының презентацияһы, фольклор байрамдары, концерттар, оҫталыҡ дәрестәре, йолаларҙы һаҡлаусылар менән ижади осрашыуҙар үткәрелә.

Республика халыҡ ижады үҙәге Башҡортостанда йәшәүселәрҙе этномәҙәни сараларҙа ҡатнашырға, концертҡа йәки фольклор коллективының асыҡ репетицияһына барырға, халыҡ кәсептәре оҫтаханаһына һәм музейға инеп сығырға, ғаилә менән ауылда йәшәгән өләсәй-олатайҙарға ҡайтып килергә, ғаилә өсөн милли ризыҡтар әҙерләргә саҡыра. Ошо хаҡта клиптар, влогтар төшөрөп йәки фоторепортаждар эшләп, акцияның хэштегы менән социаль селтәргә һалырға тәҡдим ителә.

Бынан алдараҡ беҙ Башҡортостандың «Донъя халыҡтары эпостары» халыҡ-ара проектында ҡатнашыуы тураһында яҙғайныҡ.



Вернуться назад