12 июлдә AY YOLA төркөмө Красноярск крайында халыҡ-ара фестивалдә республика исеменән сығыш яһай.
Был хаҡта музыканттар үҙҙәренең телеграм-каналында хәбәр итте:
«Тываның һәм Хакасияның икһеҙ-сикһеҙ далалары, Енисей менән Шушь йылғалары араһында, боронғо ҡурғандар янында йыл да Халыҡ-ара этник музыка һәм кәсептәр фестивале ойошторола, унда бар донъянан меңләгән ҡунаҡ һәм йөҙләгән ҡатнашыусы йыйыла.
Тиҙҙән бында «Урал батыр» эпосын – быуаттар буйына телдән-телгә күсә килгән, бөгөн иһә беҙҙең музыкала йәшәүен дауам иткән тарихты алып киләбеҙ».
Инеү ирекле, 0+
Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфөлә AY YOLA төркөмө уңыш сере һәм яңы проект тураһында һөйләне.