Пушкин картаһы лимитын 7 меңгә тиклем арттырыуҙары ихтимал08.07.2026

Шулай уҡ үҫмерҙәр һәм йәштәр Пушкин картаһы буйынса дәүләт цирктарына бара ала.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы «Пушкин картаһы» программаһы картаһының лимитын йылына 7 меңгә тиклем арттырырға тәҡдим итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта ул йыл һайын 5 мең һум тәшкил итә. Тейешле документ норматив акттар проекттары порталында баҫылған.

Тағы ла бер яңылыҡ – циркка билет һатып алыу өсөн 2 мең һум лимит бүлеү. Бынан алдараҡ ил президенты Владимир Путин хөкүмәткә дәүләт цирктарының «Пушкин картаһы» программаһында ҡатнашыуын тәьмин итергә ҡушҡайны.

Үҙгәрештәр ҡабул ителһә, улар 2026 йылдың 1 сентябренән көсөнә инергә тейеш.

«Пушкин картаһы» программаһы 2021 йылда башланды. Был программа йәштәргә театрҙар, музейҙар, концерт залдарына һәм кинотеатрҙарға дәүләт иҫәбенә билет алырға мөмкинлек бирә.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостан Пушкин картаһы буйынса аҡса күләме буйынса Рәсәйҙә 4-се урынға сыҡты.



Вернуться назад