Ошо көндәрҙә Ырымбурҙа, шулай уҡ Соль-Илецкиҙа «Рәсәй ғаиләһе. Ғаиләлә татыулыҡ – илдә берҙәмлек» тип аталған түңәрәк өҫтәл үткәрелә.

Фестивалде асыу тантанаһында Башҡортостандан Ханнановтар ғаиләһе ҡатнашты.
Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Баҡалы районынан Ханнановтарҙың ғаилә триоһы Башҡортостандың традицион музыкаль ижады менән таныштыра. Улдары Азамат ҡурайҙа һыҙҙыра, өзләй ҙә. Атаһы Рөстәм Марс улы – ҡурайҙа, әсәһе Зәлиә Камил ҡыҙы думбырала уйнай. Әйткәндәй, Азамат Ханнанов – Башҡортостандан III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусыларҙың береһе.
Фестивалгә илдең төрлө төбәктәренән ижади ғаиләләр йыйылды. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына бағышланған сара илдең 16 төбәгенән һәүәҫкәр ғаилә коллективтарын берләштерҙе.
Фестивалдең төп идеяһы – ғаиләләрҙә мәҙәни традицияларҙы нисек һаҡлауҙы һәм быуындан-быуынға тапшырыуҙы күрһәтеү, һәм шуның аша күп милләтле Рәсәйҙең берҙәмлеген нығытыу. Ойоштороусылары – Ырымбур өлкәһенең Мәҙәниәт министрлығы һәм Ырымбур өлкәһенең Мәҙәниәтте үҫтереү төбәк үҙәге менән берлектә В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто.