Өфөлә III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ойоштороусылар бүләкләнде03.07.2026

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтендә ҙур мәҙәни ваҡиғаға йомғаҡ яһалды.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ»

24-26 июндә Өфө күп милләтле илебеҙ төбәктәренән йәш таланттарҙы берләштерҙе. Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының бик мөһим сара булыуын билдәләне.

— Беҙ уның ни тиклем әһәмиәтле һәм күләмле икәнлеген тулыһынса аңлап та еткермәйбеҙ кеүек. Беҙгә 78 төбәктән 1000-дән ашыу бала килде. Һөҙөмтәһен улар бер аҙ үҫкәс, шәхес булғас, юғары вазифалар биләгәс күрербеҙ, моғайын. Сөнки уларҙың күбеһе — шундай сағыу таланттар, уларҙың яҙмышы башҡаса булыуы мөмкин түгел. Беҙ оҙаҡ йылдарға республиканың 1000-дән ашыу тоғро дуҫын тапҡанбыҙҙыр тип ышанам, — тине беренсе вице-премьер.

Урал Килсенбаев йыйылыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен әйтте һәм күләмле сараны үткәреү өсөн ниндәй ҙур әҙерлек эше ойошторолғанын билдәләне.

— Беҙ һәр ҡунаҡтан имен-һау ҡайтып еттек тигән хәбәр көттөк. Иң мөһиме, барыһы ла хәүефле хәл-ваҡиғаларһыҙ үтте, — тине вице-премьер. — Беҙ йәнә бөтә илгә республикабыҙҙың милләттәр араһындағы туғанлыҡ өлгөһө булыуын иҫбатланыҡ. Балалар аралашҡанда үҙ милләтенең өҫтөнлөгө тураһында һөйләмәне, ә киреһенсә, бер-береһенең яҡшы сифаттарын алырға тырышты. Быны Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында уҙғарылған иң әһәмиәтле сараларҙың береһе тип иҫәпләргә мөмкин.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ»

III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ойоштороусыларға һәм сараны яҡтыртҡан журналистарға рәхмәт хаттары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы вәкилдәре – күҙәтеүсе Ләйлә Аралбаева һәм фотограф Валерий Шахов бар ине.



Вернуться назад