Башҡортостан сәйәхәтсеһе Ҡытай тауҙарында ҡурайҙа уйнаны03.07.2026

Башҡортостан сәйәхәтсеһе Ҡытай тауҙарында ҡурайҙа уйнаны

Фото: видеонан стоп-кадр | социаль селтәрҙәр

Башҡортостан сәйәхәтсеһе Ҡытай тауҙарында ҡурай моңон яңғыратты.

Өфөнән теш табибы Нурсолтан Зарипов Ҡытайға сәйәхәте ваҡытында милли уйын ҡоралында уйнап, төрлө илдәрҙән килгән туристарҙы үҙенсәлекле моң менән әсир иткән.

Нурсолтан әйтеүенсә, сит илдәргә сәфәргә сыҡҡанда ул һәр саҡ ҡурайҙы үҙе менән алырға тырыша.

«Ул минең өсөн уйын ҡоралы ғына түгел, ә халҡым мәҙәниәтенең бер өлөшө. Тыуға яҡтан алыҫта туған көйҙәрҙе моңдарҙы уйнау –иҫ киткес тойғо», — ти яҡташыбыҙ.

Хәбәр иткәнебеҙсә, 4 июлдә Мәскәү һабантуйында башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһай.



Вернуться назад