Өфөлә «Байыҡ» конкурсының гала-концертында балалар башҡорт сәхнәһе легендалары менән бейене01.07.2026

Өфөлә башҡорт бейеүен башҡарыусылар (3-15 йәшлектәр) араһында «Байыҡ» республика балалар телевизион конкурсына йомғаҡ яһалды. Быйыл ижади бәйгенең гала-концерты III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы сиктәрендә үтте.

Фото: Ләйсән Миңлеханова | Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат хеҙмәте

Күләмле сара республиканың баш ҡалаһында йөҙләгән ҡатнашыусыны, ҡунаҡтарҙы һәм тамашасыны йыйҙы. «Байыҡ»та Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан 550 бала, шулай уҡ Татарстандан, Санкт-Петербургтан, Норильскиҙан, Сорғоттан, Красноярскиҙан йәш бейеүселәр үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.

Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты, Ырымбурҙан этно-музыкант Илшат Нәҙерғолов, Башҡортостандың Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры солисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Арыҫлан Оморҙаҡов, улы Муса менән Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Иҫәнсурин, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Иҙел Аралбаев, Әлиә Исҡужина, Радмир Хәсәнов һәм башҡалар байрамдың махсус ҡунаҡтары булды.

Быйыл телевизион проекттың һайлап алыу турында Башҡортостандан, Татарстандан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән меңдән ашыу бала ҡатнашты. Финалға 550 йәш бейеүсе сыҡты. Әбйәлил, Учалы, Хәйбулла, Ҡырмыҫҡалы, Дүртөйлө райондарынан, шулай уҡ Салауат, Сибай, Күмертау, Өфө ҡалаларынан ҡатнашыусылар айырыуса әүҙемлек күрһәтте.

Проект етәксеһе һәм продюсеры Рита Өмөтбаева һүҙҙәренсә, «Байыҡ» республика балалар телевизион конкурсының һәр миҙгеле республиканың бейеү сәнғәте күгендә яңы талантлы исемдәр ҡабыҙа – уның үҙенсәлеге шунда. Фестиваль һәүәҫкәр хореография сәнғәтен үҫтереү өсөн этәргес бирә, балаларҙың һәм йәштәрҙең ижади мөмкинлектәрен әүҙемләштерә.

— Бейеү быуындарҙы берләштерә. Быйыл конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһына өс йәш тулды. «Байыҡ» – ҡатнашыусылар тәжрибә, идеялар һәм илһам менән уртаҡлашҡан майҙансыҡ ул. Йәш таланттар башҡорт сәхнәһе легендалары менән бейене. Мәҫәлән, Әбйәлил районынан Йәсминә Сәфиуллина Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы Туйсина менән легендар «Заһиҙә» номерын башҡарҙы. «Урал ынйылары» ансамбле малайҙары Риф Фәтих улы Ғәбитов менән «Еҙ үксә»не өҙә баҫып бейене, — тип һөйләне Рита Өмөтбаева.

Фото: Ләйсән Миңлеханова | Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат хеҙмәте

«Байыҡ — 2026» балалар телевизион конкурсында Гран-приға түбәндәгеләр лайыҡ булды:

Йыл етәкселәре – Өфөнән Алмаз Таҡалов һәм Эльвира Аҡназарова. «Рәсәй Федерацияһында башҡорт бейеүен пропагандалаған өсөн» Мәҙинә Собханғолова (Норильск), Йәсминә Соболевская (Санкт-Петербург), Сәримә Мәхмүтова (Красноярск крайы), Рената Ғүмәрова (Сорғот) һәм Айдан Ғәлләмов (Өфө) махсус бүләктәргә лайыҡ булды.

Башҡорт халҡын бергә туплау, милли мәҙәниәтте, телде һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән әүҙем, емешле һәм күп йыллыҡ эше өсөн Норильскиҙан Зәлиә Собханғолова, Санкт-Петербургтан Азалия Әбүбәкирова, Норильскиҙан Ольга Пушкарева, Сорғоттан Артур Килмәков һәм Ҡазандан Шамил Сыннов «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнде.

Башҡа финалсылар башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың телевизион конкурсының I, II, III дәрәжә лауреаттары исеменә лайыҡ булды һәм «Байыҡ» проектының исемле бүләктәрен алды.

Фото: Ләйсән Миңлеханова | Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат хеҙмәте


Вернуться назад