Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле тураһында китап донъя күрҙе
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле тарихына арналған китап донъя күрҙе. Ул федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты тип танылған. Уның тарихы СССР-ҙа монументаль сәнғәт үҫешен, шулай уҡ 30 йылдан ашыу ошо проект өҫтөндә эшләгән скульптор Сосланбәк Тавасиевтың индергән өлөшөн сағылдыра.
Китаптың авторы Юрий Ергин – билдәле фән тарихсыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, журналист, физик, физика-математика фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.
Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығында белдереүҙәренсә, ул һәйкәлде төҙөү процесын өйрәнеү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарған (архивтар менән эшләүҙән алып Мәскәүҙә гипс моделен тикшереүгә һәм өфөләрҙең фекерен иҫәпкә алып эшләп бөтөүгә тиклем). Китап Башҡортостандың Милли архивы документтарына таянып яҙылған.
Баҫманың рецензенттары – билдәле тарихсы Рәмил Рәхимов һәм БР Архитекторҙар союзы директоры Илдар Садиҡов. Яуаплы мөхәррир – музей хеҙмәткәре Светлана Воробьева.