Башҡортостан һылыуҡайы Һиндостанда үткән конкурста 3-сө вице-мисс исемен яуланы

Һиндостанда Miss Glam World-2026 халыҡ-ара гүзәллек конкурсы уҙҙы.
Башҡортостан Республикаһы исеменән Өфө агентлығы моделе, 2022 йылда икенсе вице-матурҡай исемен алған Элина Гәрәйханова сығыш яһаны. Конкурс йомғаҡтары буйынса Элина өсөнсө вице-мисс булды һәм ювелир сәғәте, таж менән бүләкләнде.
Проектта донъяның төрлө илдәренән 20-нән ашыу ҡыҙ ҡатнашты. Конкурста ҡатнашыусылар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре, фотоға һәм видеоға төшөрөүҙәр, иҫтәлекле урындар буйлап экскурсиялар һәм башҡа саралар ойошторолдо.
Финал шоуында һылыуҡайҙар визитка, милли кейемдәрҙә дефиле, интеллектуаль тур, киске күлдәктәрҙә дефиле кеүек этаптарҙа ярышты. Шулай уҡ ижади номерҙар менән сығыш яһаны.
Былтыр ошо конкурста Өфө моделе Алина Фәрхетдинова еңеү яулағайны.