Радий Хәбиров Балалар фольклориадаһы йомғаҡтары буйынса педагогтарҙы бүләкләне
Башҡортостан хөкүмәтендә ижади коллектив етәкселәрен һәм педагогтарҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Наградалар юғары һөнәрилек һәм Өфөлә үткән III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашҡан өсөн тапшырылды.
Тәрбиәләнеүселәре Башҡортостанды Рәсәй кимәлендә лайыҡлы күрһәткән остаздар республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡулынан рәхмәт хаттары алды:
Бүләкләү тантанаһынан һуң байрамға йыйылыусылар алдында Ханнановтарҙың ғаилә ансамбле сығыш яһаны. Фольклориадала ҡатнашҡан 15 йәшлек Азамат Ханнанов үҙенең музыкаль бүләген тәҡдим итте. Уның башҡарыуында ҡумыҙ моңо яңғыраны.